16 сентября в Уфе ОО «Башкорт» БАШҠОРТ ТЕЛЕН яҡлап митинг үткәрә у Дворца спорта

16 сентября в Уфе ОО «Башкорт» БАШҠОРТ ТЕЛЕН яҡлап митинг үткәрә у Дворца спорта

Митинг в защиту изучения башкирского языка пройдет в Уфе

8 сентября 2017

Руслан Габбасов — представитель общественной организации «Башкорт», сообщил в начале сентября о проведении митинга в защиту башкирского языка. Мероприятие запланировали на 16 сентября.

– Мы подали вовремя заявку в мэрию города, но нас оповестили о том, в этот день площадки Уфы заняты. Несмотря на это, мы все равно планируем выйти к Дворцу спорта и заявить о своей позиции. Башкирский язык- государственный и его нужно изучать! – сообщил организатор Руслан Габбасов.

Отметим, что на митинг в защиту изучения родного языка планирует выйти несколько тысяч человек.

Оригинал материала: http://ufa1.ru/text/newsline/341030373494784.html

БАШҠОРТ ТЕЛЕН яҡлап үткәрелгән митингыға саҡырыу!Уҡы һәм тарат!
Хөрмәтле милләттәштәр!
«Башҡорт» йәмәғәт ойошмаһы 2017 йылдың 16 сентябрендә 14:00 сәғәттә баш ҡалабыҙ Өфөлә БАШҠОРТ ТЕЛЕН яҡлап митинг үткәрә. Кем башҡорт халҡының яҙмышына, киләсәгенә, теле һәм мәҙәниәтенә битараф түгел, был сарала мотлаҡ ҡатнашырға тейеш! Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙға һәм республикабыҙға ҡарата барған баҫым, бер башҡортто ла битараф ҡалдырмайҙыр. Тарихыбыҙға әйләнеп ҡараһаҡ, күпме ата-бабаларыбыҙ еребеҙ, телебеҙ, киләсәгебеҙ өсөн ҡан ҡойған һәм ҡорбан булған. Бынан йөҙ йыл элек ҙур юғалтыуҙар менән автономиялы республикабыҙға нигеҙ һалына. Тик бөгөнгө көндә беҙ һәр яҡтан юғалтыу кисерәбеҙ… Беҙҙең милләтебеҙгә һөжүм башланылар… Ерҙәребеҙ һатыла, урмандарыбыҙ ҡырыла, күлдәребеҙгә сит кешеләр хужа. Ҡасандыр беҙ суверенлы республика инек, президентыбыҙ бар ине, тик бөгөн иҫләргә генә ҡалды. Был беҙҙең ғәйеп, эйе беҙҙең, БАШҠОРТТАР! Халыҡ өндәшмәгәс, телгә йәбештеләр. Артабан нимә? Республикабыҙҙы өлкәгә әйләндерерҙәрме? Йоҡлап ятһаҡ, тап шулай буласаҡ та. Киләсәк быуын хаҡында уйлаһағыҙ, мотлаҡ уянырға ваҡыт етте! Етәр аҡсаға алданып, эш урындарын юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәү. Иң ҡурҡыныс юғалтыу — ул ТЕЛ һәм РЕСПУБЛИКА. Балаларығыҙ: «Атай, әсәй, телебеҙҙе талағанда, һеҙ нимә эшләнегеҙ?»- тип һораһалар, нимә тип яуап бирерһегеҙ? Һинең телең һәм Республикаң һинән башҡа, БАШҠОРТ, бер кемгә лә кәрәкмәй! Һинең телең өсөн башҡа милләт вәкилдәре көрәшмәйәсәк. Беҙҙең быуынға ҙур һынау бирелгән һәм беҙ уны лайыҡлы үтергә тейешбеҙ!

Берҙәмлектә көс, БАШҠОРТТАР!
Теле барҙың – Иле бар!

Share This Post

One Comment - Write a Comment

  1. Белорецк · Edit

    Берҙәмлектә көс, БАШҠОРТТАР!
    Теле барҙың – Иле бар!
    ГИРФАН МУРЗАКАЕВ
    https://www.facebook.com/profile.php?i…oseropen=1
    Сегодня, 9 сентября у Гирфана Мурзакаева день рождения. Зайди по указанной ссылке и поздравь

    Reply

Post Comment